Ут тылсымы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *



Мейесемдә янған утты
Ҡарап була оҙон-оҙаҡ,
Ысҡындырмай ҡарашымды
Һалып ҡуйған кеүек тоҙаҡ.
Әүереләм был миҙгелдә
Таш быуаттар бәндәһенә -
Ут һаҡлаусы, ҡот һаҡлаусы,
Ялбарыусы: "Һүнмә генә!"
Һүнмә генә, ыжғыр ҡышта
Һин һыуыҡтан ҡотҡарыусым,
Аслыҡтарҙан ҡурсалаусым,
Ҡараңғыла юл ярыусым.
Мәрхәмәт тә, ҡурҡыныс та
Һыйындырған усаҡ уты
Сиктән сыҡһа, ҡарурманды
Ҡыу һаламдай ялмап йотоп,
Баш бирмәйсә ҡотороусы.
Яҡлауһыҙ ҙа, аяуһыҙ ҙа
Хикмәт бары - ҙурлығында,
Ялҡынының ҡыҙыуында...
Арбауы бар ут һынында.
Сихырланып ҡалҡып сыға
Йәнемдәге боронғолоҡ,
...Интернеттай төпһөҙлөккә
Алып сума боронғо ут.


2013